Барыһы ла тулы тормош өсөн. «Ватанды һаҡлаусылар» фонды филиалы инвалид махсус хәрби операция ветерандарының торлаҡ шарттарын яҡшыртыуҙы дауам итә. Баймаҡ районында ла был тәңгәлдә ҙур эштәр башҡарыла.
Махсус хәрби операцияла ауыр йәрәхәттәр алған ветерандарҙың өйҙәрен йәшәүгә яраҡлаштырыу-«Ватанды Һаҡлаусылар» дәүләт фонды филиалының мөһим эш йүнәлештәренең береһе. Байым ауылында йәшәүсе Дим Байымовтың да йортонда ла мөмкин тиклем уңайлы шарттар булдырыласаҡ.
Махсус операцияла ҡатнашыусы һәм социаль координатор Артем Мөхәррәмов, «Ватанды һаҡлаусылар» Дәүләт фонды директоры урынбаҫары Ирек Зарипов менән аралашыу хәрби ветерандар өсөн яҡшы мораль ярҙам булды. Эксперттар үҙ сиратында торлаҡты тикшерҙе. Был осраҡта һәр инвалидтың шәхси ихтыяждары һәм мөмкинлектәре иҫәпкә алына.
Дәүләт тарафынан күрһәтелгән был ярҙам-киләсәккә өмөт биреүсе аҙым. Темәс ауылында йәшәүсе Булат Ғәлин ҡаты яра алыуына ҡарамаҫтан, әүҙем тормош алып бара. Тиҙҙән ветеран өсөн йортонда бар уңайлыҡтар булдырыласаҡ.
Анна Сиражетдинова