«Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсында Башҡортостандан бер юлы биш еңеүсе бүләкләнде

Тантана Мәскәүҙә үтте. Еңеүселәр араһында теш табибы Эльвира Ғәлиуллина ла бар. Иң яҡшы акушер-Сибай дауаханаһынан Алита Борискова, ә участка педиатры-Ҡариҙел районынан Эльза Лотфуллина табылһа. Иң яҡшы терапевт тип Өфө дауаханаһы табибы Флүзә Әхмәтйәнова танылған.

Республика онкология үҙәгенең Нефтекама филиалы Әҙип Арыҫланов иң яҡшы онколог тип билдәләнгән. Белгес һаулыҡ һаҡлау өлкәһенә 40 йылға яҡын ғүмерен арнаған. Юғары уҡыу йортон тамамлағас тәүҙә табип-хирург булып эшләй. Әлеге ваҡытта яман шешкә ҡаршы дарыуҙар терапияһы бүлеген етәкләй

Шулай уҡ Мәскәүҙә «Милли һаулыҡ һаҡлау» Конгресында Айрат Рәхмәтуллин републиканың беренсел звеноны үҫтереү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Төбәк ведомствоһы етәксеһе төп ҡаҙаныштар һәм өлгөлө тәжрибәләр, республикала ҡабул ителгән уңышлы ҡарарҙар тураһында һөйләне. Һуңғы биш йылда Башҡортостанда «Һаулыҡ һаҡлауҙың беренсел звеноһын модернизациялау» программаһы буйынса 495 модулле ҡоролма ҡуйылған, 24 яңы объект төҙөлгән, 100-ләгән ауыл объектында капиталь ремонт үткәрелгән.