Сараға Башҡортостандың һәм илдең төрлө төбәктәренән физик мөмкинлектәре сикләнгән, әммә көслө рухлы кешеләр йыйылды. Форум сктәрендә түңәрәк өҫтәлдәр ҙә, оҫталыҡ дәрестәре лә, гала-концерт та ойошторолдо. Бөгөн ҡатнашыусылар Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Инвалидтар эштәре буйынса Координация Советы ултырышында ҡатнашты. Һөйләшеү Республика башлығы Радий Хәбиров рәйеслегендә үтте. Төп темалар, эш һөҙөмтәләре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Туҡланыу, белем алыу. дауаланыу, реабилитация. Өфө үҙәгендәге «Салют» балалар реабилитация үҙәге физик мөмкинлеге сикләнгәндәр өсөн икенсе өй һымаҡ. Улар бында көндөң күп ваҡытын уҙғара. Учреждение 2024 йылда Башҡортостан башлығы Радий Хәбировтың ҡушыуы буйынса асылды.
«Салют» реабилитация үҙәгенең майҙаны 25 мең квадрат метрҙан ашыу, ул көн һайын йөҙҙәрсә баланы ҡабул итә. Йыл дауамында 6 меңдән ашыу. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, алда ла ҙур бурыстар тора, төп маҡсат эште комплекслы итеп ойоштороу.
Эксперттар әйтеүенсә, был тәңгәлдә Башҡортостандың башҡа субъекттар уртаҡлашыр тәжрибәһе етерлек. Республикала күрһәтелгән хеҙмәттәр буйынса берҙәм платформа эшләй.
Үҙәк педагогтары әйтеүенсә, белем биреү, дауалау, реабилитация бер урында алып барылыуы үҙ һөҙөмтәһен бирә. Хәрәкәт итә башлағандар бар, һөйләшмәгәндәрҙең теле асыла.
Инвалидтар эштәре буйынса координация советы ултырышында был категорияға уңайлы мөхит, лайыҡлы тормош шарттары тыуҙырыу буйынса һөйләшеү барҙы. Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы реабилитациялау ҙа мөһим бурсы тип билдәләне.
Әлеге ваҡытта республикала 248 мең инвалид иҫәппәнә, уларҙың 21 меңе балалар. Башҡортостан башлығы әйтеүенсә, был категорияның тормош сифатын яҡшыртыу социаль сәйәсәттең төп йүнәлеше булып тора.
Инвалидтар йәмғиәттең айырыуса яҡлауға мохтаж социаль төркөмө. Һүҙ физик яҡтан ҡурсалау тураһында бармай, ғәҙәттә был категория көслө рухы, йәшәү көсө, ынтылышы менән айырылып тора. Бары тик реабилитация, белем, һөнәр алыу өсөн шарттар тыуҙырыу мотлаҡ. йәғни был категорияны йәмғиәткә яраҡлаштырыу, дүрт стена эсендә бикләнеп ҡалыуға юл ҡуймау. Республикала алып барылған эштәр ошо маҡсатты күҙ уңында тота ла инде.
Р.Кәримова