Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы талантлы ижадсыларға тапшырыласаҡ

Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге абруйлы премияға дәғүә итеүселәр араһында коллегаларыбыҙ-БСТ каналы хеҙмәткәрҙәре лә бар. Улар-«Мегасело» телепроектының ижади командаһы-режиссер Динара Әбдрәшитова, оператор Алмаз Нуретдинов, проекттың алып барыусыһы Анастасия Илсебаева һәм башҡорт мәҙәниәтен һәм сәнғәтен популяршлаштырыуға йүнәлтелгән махсус репортаждары өсөн «Яңылыҡтар» редакцияһы хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.