Башҡортостанға махсус хәрби операция биләмәһенән сираттағы ирекмәндәр төркөмө әйләнеп ҡайтты

Ҡатын-ҡыҙҙар хәрби госпиталдә яралы яугирҙарҙы тәрбиәләгән. Ете кешенән тупланған төркөм оҙайлы сәфәргә «Беренсе тирмә» республика проекты буйынса барған. Ауыр тән йәрәхәттәре алған егеттәргә күңел һәм йөрәк йылыһын бүләк иткән ирекмәндәр тураһында беҙҙең киләһе репортаж.

Ашатыу, кейендереү, йыуындырыу, медицина процедуралары. Ирекмәндәргә ауыр йәрәхәттәр менән хәрби госпиталгә эләккән яугирҙарға төрлө ярҙам күрһәтергә тура килә. Улар алғы һыҙыҡтан яраланып килгән егеттәрҙе ҡабул итә, операцияға әҙерләй, ятҡандарҙы тәрбиәләй, эвакуацияға оҙата. Ирекмән улар өсөн иң яҡын кеше, әсәй ҙә, дуҫ та, серҙәш тә. Сөнки яугирҙарҙың туғандары йыраҡта.

«Беренсе тирмә» ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәр отряды бер йыл дауамында эшләп килә. Ошо осорҙа Луганск хәрби госпиталендә 23 төркөм, бөтәһе 200-гә яҡын гүзәл зат эшләп ҡайтҡан. Проектта ҡатнашыу өсөн Башҡортостандың ҡайһы мөйөшөндә йәшәүең дә, милләттең дә, һөнәрең дә, социаль статусың да мөһим түгел. Бары тик йөрәгең, күңелең тулы изгелек, миһырбанлыҡ булырға тейеш

Ирекмәндәр әйтеүенсә, эш ауыр һәм яуаплы. Әммә үҙеңдең ярҙамыңдың һөҙөмтәһен, егеттәрҙең рәхмәтле ҡарашын күреү ауырлыҡты һиҙҙермәй, ҡәнәғәтлек тойғоһо килтерә.

Яугирҙар әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн тыл ярҙамы бик мөһим. Сөнки улар кәрәкле әйберҙәр, аҙыҡ-түлек кенә түгел, тыуған яҡ йылыһын алып килә.

Ирекмәнлек ул-кешенең булмышы, асылы, йәшәү рәүеше. Күңел, йөрәк ҡушыуы буйынса башҡарылған изге ғәмәл. Ә махсус хәрби операция шарттарында ирекмәнлек Ватанға тоғролоҡ, илһөйәрлек сағылышы ла булып тора. «Беренсе тирмә» ҡатын-ҡыҙҙар төркөмө ошо хәҡиҡәтте иҫбатлай ҙа инде.

Азат Ғәлиуллин