Айзана Йәнбарисова тыуған көнөнә төшкән аҡсаға госпиталдә дауаланған яугирҙарға татлы күстәнәс алған. Шәхси посылкаһын уҡыусы ҡыҙ өләсәһе менән бергә, республиканың Йәмәғәт палатаһына тапшырҙы. Ул илһөйәрлек ғаиләлә тәрбиәләнә тип иҫәпләй.