Өфө фән һәм технологиялар университеты музейы мамонт һәм мөгөҙморон һөйәктәре менән тулыланды

Өфө фән һәм технологиялар университетының Зоология музейы коллекцияһы мамонт һәм мөгөҙморондың һөйәк ҡалдыҡтары менән тулыланды. Экспонаттарҙы Кушнаренко районынан һыу аҫты һунарсыһы Вячеслав Мосунов тапшырған. Ағиҙел йылғаһында табылған палеонтология өлгөләрен тикшергән ғалимдар, уларға яҡынса 15 мең йыл булыуын асыҡлаған. Вячеслав Мосунов быға тиклем дә Башҡортостан һыу ятҡылыҡтарында палентология матералдарына: мамонт менән мөгөҙморондоң тештәренә, һөйәктәренә юлыҡҡан булған. Улар ҙа музейҙарҙа һаҡлана.

Һыу аҫты һунары менән күптән шөғөлләнәм. Мамонт менән мөгөҙморондоң һөйәктәрен мин Ағиҙелдә генә түгел, Дим һәм Ҡариҙел йылғаларында ла тапҡаным бар. Ҡыҙыҡлы эскпонаттарҙы башҡаларға ла күрһәтеү өсөн музейҙар менән хеҙмәттәшлек булдырҙым.

Вячеслав Мосунов, һыу аҫты һунарсыһы