Өфөлә «Әбйәлилем-данлы илем» тип исемләнгән яҡташтар осрашыуы үтте

Өфөнөң «Башҡортостан» дәүләт концерт залында «Әбйәлилем-данлы илем» тип исемләнгән яҡташтар осрашыуы үтте. Сара сиктәрендә райондан сыҡҡан билдәле кешеләр ҡатнашлығында пленар ултырыш ойошторолдо. Муниципалитеттың ҡаҙаныштары, киләсәккә пландар билдәләнде. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.

Һуңғы биш йылда Әбйәлил районында туғыҙ фельдшер-акушерлыҡ пункты сафҡа ингән, быйыл ноябрҙә яңы балалар поликлиникаһы төҙөлөшө тамамлана. Һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә кадрҙарға ихтыяж юғары. Урындағы хакимиәт етәкселеге Өфөлә ойошторолған яҡташтар осрашыуында сығыш яһап, муниципалитет үҫешендә айырыуса йәштәргә әүҙемерәк ҡатнашырға саҡырҙы. Эшҡыуарлыҡ, инвестициялар йәлеп итеү, туризм буйынса ла уңыштарға өлгәшелгән. Районда йәшәү, эшләү өсөн барлыҡ шарттар бар.

Осрашыуҙа мәғариф, ауыл хужалығы, иҡтисадҡа ҡағылышлы мәсьәләләр ҙә ҡаралды, киләсәккә бурыстар билдәләнде. Әйтәйек, Өфөлә Әбйәлил районының вәкиллеген асыу планлаштырылған. Яҡташтар берлегенә килгәндә, республика кимәлендә лә ул иң тәүгеләрҙән булып ойошторолғайны.

Әбйәлилдәр махсус хәрби операцияға ярҙам күрһәтеүҙә лә берҙәм. «Башҡортостан» дәүләт концерт залы фойеһында ирекмәнлек хәрәкәтендә ҡатнашыусыларҙың эштәре менән танышырға мөмкин ине. Дронға ҡаршы одеялдар, маскировка селтәрҙәрҙе һәм окоп шәмдәре-яҡташ яугирҙарғагуманитар ярҙам даими рәүештә оҙатыла.

Милли биҙәүестәрҙән алып һуғылған балаҫтарға тиклем-яҡташтар осрашыуын Әбйәлил районы ҡул эштәре оҫталарының күргәҙмәһе лә йәмләне. Йола, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлап, боронғо шөғөлдәрҙе тергеҙеүгә лә тап берләшеү этәргес биргән.

Осрашыу Әйбәлил районынан сыҡҡан билдәле артистар, ижади коллективтар концерты менән тамамланды. Мәҙәни программа Кесе Ватанға һөйөү менән һуғарылғайны.

Гөлназ Хәйбуллина