«Балет бөтәһе өсөн»: Өфө балалары һәм ололар классик бейеү серҙәрен үҙләштерә

Олоһона ла, кесеһенә балет дәресе. Бер ай дауамында теләге булған һәр кем үҙен бейеү сәнғәтенең иң матур төрө балетта һынап ҡарай, бейеү станогы артына баҫа ала.«Балет бөтәһе өсөн» «Ғаилә ҡиммәттәре һәм мәҙәниәт инфраструктураһы» федераль проекты сиктәрендә Рәсәй мәҙәниәт фонды грантына тормошҡа ашырыла. Уның буйынса бушлай классик бейеү нигеҙҙәрен өйрәнергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашырға мөмкин. Программала шулай уҡ сәхнә йондоҙҙары менән осрашыуҙар һәм сағыу постановкалар ҡаралған. Юғары сәнғәт тартылыусылар менән беҙҙең ижади төркөм осрашты. БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Балалар филармонияһы фойеһында айырыуса йәнлелек күҙәтелә. Бейеү станогы артында шөғөлләнгән ҡыҙҙар талғын хәрәкәттәр менән остаздарын сәләмләй. Һуңынан аяҡ һәм ҡул мускулдары һығылмалылығына ирешеү өсөн махсус күнегеүҙәр башҡара.Был матурлыҡты өфөлөләр балалары менән бергә тамаша ҡылды. Асыҡ балет дәрестәре проектын Рәсәй мәҙәниәт фонды грантын алған Комаров исемендәге ҡала балалар ижады һарайы тормошҡа ашыра. Гүзәл Сөләймәнова фекеренсә «Балет бөтәһе өсөн» проекты юғары сәнғәтте халыҡҡа яҡынайтыуы менән әһәмиәтле.

Проектта балалар һәм йәштәр менән эшләүгә етди иғтибар бүленә. Малай-ҡыҙҙарҙы балет менән иртә таныштырыу эстетик зауыҡ һәм ижади фекерләү үҫешенә булышлыҡ итә ти белгестәр. Бының өсөн махсус саралар ойошторола.Дәрестәрҙә ҡатнашыусылар балет ижад итеү мәлен генә күҙәтеп ҡалмай, унда үҙҙәре лә әүҙем ҡатнаша, классик хәрәкәттәрҙә көсөн һынай ала.Тап улар араһынан киләсәктә сағыу балет йондоҙҙары үҫеп сығасаҡ.

Классик сәнғәттә инновацион ҡарашы булған Гүзәл Сөләймәнова билдәле балет постановкаларынаң яраҡлаштырылған программа әҙерләгән.Юғары сәнғәтте ябай тел менән аңлата алыу һәләте бер ҡасан да бейеү менән шөғөлләнмәгәндәрҙе лә үҙҙәрен балетьың бер өлөшө итеп тойоу мөмкинлеге бирә.

«Балет бөтәһе өсөн»проекты һәр кемгә классик бейеү донъяһына ҡағылыу мөмкинлеге бирә. Матур, илһамландырыусы һәм һаулыҡ өсөн файҙалы шөғөл менән 8 ноябрҙә-Башҡорт опера һәм балет театрында.14 ноябрҙә Максим Горький исемендәге 3-сө гимназияла,16 ноябрҙә Арт-квадратта танышырға мөмкин буласаҡ. Сара сиктәрендә 11 ноябрҙә иһә Комаров исемендәге ҡала балалар ижад һарайында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының прима-балеринаһы, Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Гүзәл Сөләймәнова менән ижади осрашыу ҙа уҙғарыла.

Гүзәл Борханова