Мәскәүҙә йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ Хәйҙәр Вәлиев йәнә ҙур сәхнәлә!

«Дуҫлыҡ» вокал ансамбле «Мультимедиа арт» оркестры менән бергә классик музыка һәм кино сәнғәтен берләштерҙе. Моссовет исемендәге округ йәмәғәт үҙәге сәхнәһендә «Классика һәм кино» тип аталған концерт ойошторолдо. Программала Людвиг Ван Бетховен, Петр Чайковскийҙың үлемһеҙ әҫәрҙәре, шулай уҡ миллионлаған тамашасы йөрәген яулаған билдәле фильмдарға саундтректар яңғыраны. Концертты Мәскәүҙә уҡыған студенттар ҙа ҡараны.