Социаль эшҡыуар Марина Ғәйнетдинова сумка бәйләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә

Улар балалар һәм ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡатын-ҡыҙҙар өсөн ойошторола. Әммә төрлө ғаилә мәшәҡәттәре оҫта ҡуллы ханымдың эшен туҡтатып торорға мөжбүр итә. Шөғөлдө яңынан тергеҙеүгә дәүләт ярҙамлаша. Атап әйткәндә, льготалы заем бирелә. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.

Яңы йыл кисәләренә тиклем ике ай тирәһе ваҡыт бар, әммә аксессуарҙар әҙерләү әле үк башланған. Марина Ғәйнетдинова ҡатын-ҡыҙҙар өсөн сумка, клатч һәм рюкзактар, шулай уҡ төрлө кәрзиндәр бәйләй. Уларҙың моделен үҙе уйлап сығара.

Ҡатын-ҡыҙҙар өсөн аксессуар бәйләү менән Марина Ғәйнетдинова коронавирус пандемияһында шөғөлләнә башлай. Социаль изоляция декрет ялы менән тура килә. Ҡулына ырғаҡ алып тәүҙә ҡыҙына рюкзак бәйләә, унан һуң таныштарынан заказ ҡабул итә башлай.

Йәйгеһен Марина ҡыҙы һәм улы менән Туймазы ҡалаһынан Өфөгә күсә. Әле яңы фатирҙа оҫтаханаһын булдырыу менән мәшғүл. Бер әйберҙе бәйләү сәғәт ярымдан алып бер айға тиклем һуҙылыуы ихтимал. Барыһы ла уның ҡатмарлығы һәм материалдарҙың ҡул аҫтында булыуынан тора. Туҡымаларға ҡытлыҡ кисермәү өсөн оҫта ҡуллы ханым льготалы заем менән файҙаланып, бәләкәй процентҡа 700 мең һумлыҡ кредит юллай. Был әйберҙәр бәйләү өсөн сифатлы сеймал һатып алырға һәм оҫталыҡ дәрестәре үткәрергә мөмкинлек бирә.

Социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам күрһәтеү буйынса Башҡортостан йәнә иң яҡшылар иҫәбендә. Рәсәйҙең Иҡтисади үҫеш министрлығы рейтингына ярашлы, социаль йүнәлешле коммерция булмаған ойошмаларға һәм социаль эшҡыуарлыҡҡа ярҙам итеү буйынса республика ил төбәктәре араһында икенсе урында.

Әле Башҡортостанда 618 социаль предприятие бар. Республика уларға әүҙем ярҙам итә, йыл һайын финанслау күләмен арттыра. Бынан тыш, дәүләт ҡарамағында булмаған ойошмалар баҙарға сыға һәм үҙенең финанс тотороҡлоғон тәьмин итә. Был бизнесты ла, социаль өлкәне лә үҫтереү өсөн яңы мөмкинлектәр бирә.

Алһыу Монасипова, Башҡортостан ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының бүлек мөдире

Дәүләт ярҙамы алған Марина Ғәйнетдинова яҡын киләсәктә оҫтахана асырға хыяллана. Сөнки һатып алыусылар географияһы Башҡортостан менән генә сикләнмәҫ тигән өмөттә.

Әлфинә Килдейәрова