Башҡортостанда 93 экскурсовод аттестация үткән

Ошо рәүешле, белгестәр үҙҙәренең һөнәри әҙерлеген һәм юғары кимәлдәге экскурсиялар үткәреү һәләтен раҫлаған. Аттестация Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһы базаһында тест үтеүҙе һәм телдән квалификация имтиханын тапшырыуҙы күҙ уңында тота. Алынған документ республикала экскурсия эшмәкәрлеген алып барыу хоҡуғын бирә. Кире осраҡта ҙур күләмдәге штраф янай. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Өфө үҙәге тарихи биналарға һәм уларҙа йәшәп һәм эшләп киткән шәхестәргә бик бай. Улар тураһында тик ваҡытлы матбуғат баҫмаларында, йә энциклопедияларҙан ғына уҡып белергә мөмкин. Баш ҡала тураһында ҡыҙыҡлы факттарҙы библиограф, хәрби пенсионер Андрей Янкин үҙенең авторлыҡ экскурсияһына һыйҙырған. Бөгөн ул үҙенең буласаҡ йәш коллегаларына Ленин урамы буйлап бәләкәй сәфәр ойошторҙо.

Экскурсияла ҡатнашыусылар эштең нескәлеген яҡшы белә. Улар өсөн әлеге сара ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә алыу мөмкинлеген дә бирҙе.

Ә авторлыҡ экскурсияһын тәжрибәле экскурсовод ҡына түгел, аттестация үткән белгес тәҡдим итте.

Бөгөн республикала 93 экскурсовод аттестация үткән. Уларҙың 72-е Өфөнән булһа, биш кеше Бөрө һәм Стәрлетамаҡ ҡалаларынан. Шулай уҡ Шишмә, Дәүләкән һәм Әбйәлил райондарынан имтихандарын уңышлы тапшырыусылар бар. Дәүләт кимәлендә ҡабул ителгән ҡануниәткә ярашлы, быйылдан аттестацияны муниципалитет буйынса ла бирергә мөмкин. Тик артабан эшмәкәрлекте шул төбәктә генә алып барыу рөхсәт ителә.

Светлана Глушкова, Башҡортостан экскурсоводтары, гид-тәржемәселәр, инструктор-оҙатыусылар ассоциацияһы рәйесе

Әйткәндәй, экскурсоводтар һәм гид-тәржемәселәр QR-кодлы бейдж менән эшләргә бурыслы. Федераль реестрға һылтанмала белгес тураһында тулы мәғлүмәт бирелгән. Гидтар квалификацияһын биш йылға бер тапҡыр раҫларға тейеш.

Азат Ғәлиуллин