Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайы ойошторолоуға 25 йыл. Ошо уңайҙан Барҙа районында байрам саралары уҙҙы. Юбилей тантанаһында Башҡортостан делегацияһы ҡатнашты. Милләттәштәр ҡорон беҙҙең ижади төркөм дә күҙәтте.
Был көндө Пермь крайы башҡорт мәҙәниәтенең үҙәгенә әйләнде. Байрамға Башҡортостан Республикаһынан абруйлы делегация килде, уның составында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы ағзалары, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре бар.
Юбилей программаһы бай йөкмәткеле ине. Күргәҙмәләр, түңәрәк өҫтәлдәр, билдәле шәхестәр менән осрашыуҙар үткәрелде.
Башҡорт тарих-мәҙәни үҙәгендә танылған этнограф, антрополог, археолог Сергей Руденкоға мемориаль таҡтаташ асыу тантанаһының презентацияһы үтте.
Шулай уҡ билдәле ғалимдың башҡорт халҡы тарихын өйрәнеүгә индергән өлөшөнә арналған түңәрәк өҫтәл ойошторолдо.
Милләттәштәребеҙ өсөн квиз уйындары үткәрелде. Был һынауҙа-«Дуҫлыҡ» командаһы еңеүсе булды.
Сарала Пермь крайы башҡорттары ҡоролтайының әүҙем эшенә айырыуса иғтибар бүленде. Иң әүҙем милләтәштәребеҙгә Дәүләт наградалары тапшырылды.
Бөгөн Пермь крайында 13 башҡорт ҡоролтайы йәмәғәт ойошмаһы эшләй. Һәр ҡайһыһы милләтебеҙҙе үҫтереүгә, берҙәмлекте нығытыуға күп көс һала.
Гөлназ Хәсәнова