57-се мотоуҡсылар полкы “гвардия” тигән почетлы исем алды

Ил Президенты Владимир Путин указы менән составында Рәсәй геройы Александр Доставалов исемендәге башҡорт батальоны булған 57-се мотоуҡсылар полкына “гвардия” тигән почетлы исем бирелде. Был турала Республика башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә хәбәр итә. Полк яу яланында  намыҫ өлгөһө,  батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ күрһәткәне өсөн юғары исемгә лайыҡ булған. “Полк составындағы Александр Доставалов исемендәге батальон  алдынғы  хәрби подразделениеларҙан һанала. Уның хәрбиҙәре республика һәм илдең  ғорурлығы.Батальонда хеҙмәт икән егеттәрҙе һәм ветерандарҙы ҡотлайым. Тыуған ил өсөн һәләк булғандар мәңге хәтерҙә”-, тип яҙған Радий Хәбиров.