Ошо турала Республика Башлығы Радий Хәбировтың указы бар. Ул хоҡуҡи мәғлүмәт интернет порталында баҫылған. Документҡа ярашлы, наградаға күрһәтеү өсөн махсус хәрби операция биләмәһендәге ҡаҙаныштар дәлилләнә. Бының өсөн хәрбиҙең шәхси һыҙҙаттары, хәрби бәрелештәрҙә тотошон баһалаусы тулы хәрби баһаламаһы бирелә. Республика башлығы исеменә хәрби часть командиры хуплау хаты ебәрергә тейеш. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы хеҙмәттән китһә, бындай хатты муниципалитет етәксеһе һәм ул хеҙмәт иткән хәрби часть командиры күрһәтә. Хәрби бәрелештәрҙә инвалид булғандарға документтарҙы “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондының төбәк филиалы әҙерләй.