Программала ҡатнашыу осоронда учреждениелар 1 миллиард 800 миллион һум аҡса йәлеп иткән. Башҡортостан Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова ошо турала белдерҙе. Бөгөн республикала 339 мең йәш кешелә Пушкин картаһы бар. Уны айырыуса 14 йәшлектәр әүҙем ҡуллана. 390-ға яҡын мәҙәниәт ойошмаһы Пушкин картаһын ҡабул итә. Йыл аҙағына тиклем уларҙың һанын 411-гә еткереү буйырысы ҡуйылған. 2021 йылдан башлап программа реестрына 42 мең самаһы сара индерелгән. Быйыл Башҡорт дәүләт филармонияһы “Пушкин картаһы” программаһы премияһына лайыҡ булды һәм “Төбәктәге иң яҡшы концерт майҙансығы” тип табылды. “Был еңеү бөтә коллективтың ҡаҙанышы”, - ти Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Алмас Сәйетов.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтЙыл һайын Пушкин картаһына 5 мең һум аҡса күсерелә. 2 мең һумды киноға билет алғанда ҡулланырға була.