Һүҙ колледж һәм техникумдарҙа уҡыу тураһында бара. Бөгөн Рәсәй Дәүләт Думаһында ошо турала законға төҙәтмәләр ҡарала. Депутаттар әйтеүенсә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итеү иң мөһиме һанала. Бөгөнгә тиклем 145 ҡанун ҡабул ителгән. Даими камиллашып торған система булдырылған.