Өфөлә ҡышҡы тәгәрмәстәр уртаса 23 мең һум тора

“Авито” аналитиктары ошо турала хәбәр итә. Күп водителдәр тәгәрмәстәргә 20 мең һумға тиклем аҡса бүлә алыуы хаҡында белдерә. Өфө водителдәре ҡышҡы резинаны офлайн-магазиндарҙа һатып ала. Дүрттән бер өлөшө сайт һәм ҡушымталарҙа заказ бирә. Һәр унынсы водитель тәгәрмәстәрҙе онлайн-майҙансыҡтарҙа һайлай.