Республикала ҡотҡарыусыларға эмоциональ яныу менән көрәшергә ярҙам итәләр

Республикала көн һайын тиерлек ғәҙәттән тыш хәлдәр теркәлә, ҡотҡарыусылар ярҙамға беренсе булып килә. Әммә эш көндәренән һуң уларға ла ярҙам кәрәк, тәү сиратта психологик яҡтан. Эмоциональ яныу менән көрәшеү өсөн хеҙмәткәрҙәргә психологик бушаныу бүлмәһе эшләй.

Еңелсә ҡараңғылыҡ, диңгеҙ тауышы һәм өйҙәге кеүек уңайлы мөхит. Махсус ҡорамалдар нервыларҙың да, мускударҙың да көсөргәнешен кәметергә булышлыҡ итә. Массаж ултырғысынан һуң ҡан әйләнеше яҡшыра, йоҡо нормалләшә, эш һәләте арта. Психологик бушыныу өсөн кеше ярҙамы ла мөһим. Был йәһәттән республика ҡотҡарыусылары менән 10 психолог эшләй. Улар менән хатта шәхси мәсьәләләр буйынса ла аралашырға мөмкин. Бынан һуң хеҙмәткәрҙәрҙең кәйефе һиҙелерлек күтәрелә, дәрт һәм әүҙемлек барлыҡҡа килә.

Бүлмәлә шулай уҡ дөрөҫ тын алырға ла өйрәтәләр. Бының өсөн «Бал ҡорто» уйыны ярҙамға килә. Бындай күнекмәләр ярҙамында ҡотҡарыусылар тын алыуҙы контролдә тотоү серҙәренә төшөнә, был стресс хәлендә бик мөһим. Бынан тыш, улар йыл һайын психологик әҙерлек буйынса планлы дәрестәргә йөрөй. Үҙ тормошон Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы менән бәйләргә ниәтләгәндәр мотлаҡ психологик тест үтә.