Өфөлә ғәрәп теле буйынса курс башланды

Өс көнлөк уҡыуҙар Рәсәй ислам университеты майҙансығында үтә. Унда студенттарға үҙҙәре тел өйрәтеүсе юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары һәм ғалимдар ҡатнаша. Тыңлаусылар ғәрәп телен өйрәнеүҙең алдынғы методикалары менән танышасаҡ. Төп иғтибар практик аралашыуға һәм уҡытыу барышында осраған төп проблемаларға йүнәлтелә. Мәғариф, фән һәм мәҙәниәт буйынса ислам донъяһы ойошмаһы менән берлектә ойошторолған курстарҙа 40 кеше ҡатнаша.Мәғрифәтселек сараһын киләсәктә халыҡ-ара эксперттар даими уҙғарыу ҡарала.