Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр рәсми рәүештә ҡабул ителә башланы

Бөгөн Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәр рәсми рәүештә ҡабул ителә башланы. Ул 11 ноябрҙә киске сәғәт етелә үтә. Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы», «Рәсәй-24», «Башҡортостан 24», «Вся Уфа», «Сәләм», UTV телеканалдары, шулай уҡ «Юлдаш» радиоһы тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирәсәк. Тура бәйләнеш былтырғы һымаҡ берләштерелгән форматта була, йәғни һорауҙарҙы студиялағы журналистар ҙа, йәмәғәтселек тә бирә ала. Үткән йылдағы тура бәйләнештең һөҙөмтәһе һәм мөрәжәғәт әҙерләү үҙенсәлектәре тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Был Кушнаренко районы үҙәгенең Мичурин урамы. Бер йыл элек кенә ул емерек хәлдә, соҡор-саҡырлы була. Ә урамдан транспорт күп йөрөй, мәктәп автобустары ла ошо юлдан үтә. Ике бала тәрбиәләгән Рәсимә Әхмәтйәнова проблема менән Башҡортостан башлығына тура линияла мөрәжәғәт итә.

Быйыл яңы уҡыу миҙгеленә юл төҙөкләндерелә, тәртипкә килтерелә. Үткән йылдағы мөрәжәғәттәр буйынса тап юл проблемаһы беренсе урынды биләй. Шулай уҡ халыҡыты торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, төҙөкләндереү менән бәйле һорауҙар борсой. Мәҫәлән, Благовещен ҡалаһынан Алена Ковина Радий Хәбировҡа Комаров һәм Седов урамы киҫелешендә яҡтылыҡ етмәүгә зарлана. Ә тап ошо юлдан ғаиләләр балалар баҡсаһына йөрөй. Сентябрҙә урамға өҫтәмә яҡтыртыу ҡоролмалары ҡуйыла.

Былтыр Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә 10 меңгә яҡын мөрәжәғәт ҡабул ителгән. Уларҙың яртыһы тиерлек социаль селтәрҙәр аша. Әлбиттә, һанаулы ваҡыт эсендә һорауҙарҙың барыһына ла яуап биреп бөтөү мөмкин түгел. Әммә бер мөрәжәғәт тә иғтибарһыҙ ҡалмай, контролгә алына, урындағы үҙидара органдарына уларҙы хәл итеү бурысы йөкмәтелә.

Был форматтағы аралашыу Рәсәй президенты Владимир Путиндың башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Уның ҡушыуы буйынса төбәк етәкселәре лә тура линиялар ойоштора башлай. Быйылғы тура бәйләнеш Радий Хәбиров өсөн етенсеһе.

Тура бәйләнешкә мөрәжәғәттәрҙе бер нисә ысул менән ебәрергә була. Башҡортостан башлығының рәсми сайтындағы махсус бүлектә, MAX милли мессенджерында, «Телеграм» каналда, «Бәйләнештә» селтәрендә, «Класташтар» селтәрендәге чат-бот аша, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында. Һорауҙар яҙма һәм видео форматта ҡабул ителә. Видеояҙмаларҙы 10 ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклем ебәрергә мөмкин.

Видеомөрәжәғәт яҙҙырыуҙың бер нисә талабы бар. Тәү сиратта телефонды вертикаль түгел, горизонталь рәүештә тотоу, йәғни экран һымаҡ. Артабан инде үҙеңдең исем шәрифеңде, йәшәгән урыныңды әйтергә, шунан ғына һорау бирергә кәрәк. Видеояҙманы тыныс, яҡтылыҡ еткән урында яҙҙырыу шарт. Өҙмәйенсә генә бер планда төшөрөргә кәрәк. Иң аҙағында Республика башлығы менән тура бәйләнеш өсөн тип әйтергә. Мөрәжәғәттең дөйөм оҙонлоғо бер минуттан артырға тейеш түгел.

Р. Кәримова