Проект тормош иптәштәре махсус хәрби операцияла булған ҡатын-ҡыҙҙарға психологик ярҙамды күҙ уңында тота. Ҡатнашыусылар бер йыл дауамында онлайн һәм офлайн форматта уҡыуҙар үтәсәк. Проектта ҡатнашырға күрше төбәктәрҙән дә ҡатын-ҡыҙҙар теләк белдерә. Проект Башҡортостан башлығы гранттары фонды ярҙамында тормошҡа ашырыла.