Башҡортостан һынау лабораторияһы йыл башынан алып 200-гә яҡын һөт продукцияһы өлгөләрен тикшергән. Улар араһында социаль учреждениеларҙа бешереү өсөн ҡулланылған һәм һатыуға сығарылған майҙарҙың бер өлөшө нормаға тап килмәүе билдәләнә. Ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова.
Илмира Әсәҙуллинаның өҫтәленән аҡ май өҙөлмәй. Ул көндәлек рационда булырға тейеш, тигән фекерҙә ханым. Әммә магазин майына ҡарағанда ауылдыҡына өҫтөнлөк бирә. Быны ул бер нисә сәбәп менән бәйләй.
Ауыл майы ҡиммәтерәккә төшә. Икенсенән, табыуы ла еңел түгел. Ә магазиндарҙа иһә аҡ майҙың ниндәй генә төрө юҡ. Әммә уларҙың составы ысынблыҡҡа тура киләме? Быны Шишмә ауылында урынлашҡан Башҡортостан һынау лабораторияһында тикшереләр.
Лаборатория хеҙмәткәрҙәре ниндәй өлгөнө тикшереүҙәрен белмәй. Был ғәҙел баһа биреү өсөн мөһим. Тәүҙә аҡ май кәрәкле температураға тиклем иретелә, центрифугала әйләнә, унан һуң махсус приборҙа өлгөнөң составы билдәләнә, анализ яһала.
Лабораторияла магазинда һатылған, мәктәп, балалар баҡсалары һәм дауаханаларҙа ҡулланылған аҡ май тикшерелгән. Тейешле саралар күреү өсөн етешһеҙлектәр тураһында мәғлүмәт Россельхознадзорға ебәрелә.
Әле һынау лабораторияһында һөт продукцияларынан тыш, ауыл хужалығы культураларына экспертиза яһала. Анализ билдәле бер сорттың йәки иген партияһының туҡлыҡлылығын, хәүефһеҙлеген һәм ҡулланыу өлкәһен билдәләргә мөмкинлек бирә.
Игенде тикшереү-уға хаҡ ҡуйырға ла ярҙам итә. Сифатлы сеймал арзан була алмай. Был ҡағиҙә аҡ майға ла ҡағыла. Белгестәр май һатып алыр алдынан уның составын уҡып сығыуҙан тыш, хаҡына ла иғтибар итергә кәңәш бирә.
Әлфинә Килдейәрова