Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Түбәнге Новгородта Именлек Советының Волга буйы федераль округындағы күсмә кәңәшмәһендә ҡатнашты. Уны Рәсәй Именлек Советы секретары Сергей Шойгу үткәрҙе. Осрашыуҙа Волга буйы федераль округы субъекттары етәкселәре, министрлыҡ һәм ведомство вәкилдәре йыйылды. Фекер алышыу барышында хәүефһеҙлекте тәьмин итеү, яғыулыҡ-энергетика һәм сәнәғәт комплексы объекттарын террористик һөжүмдәрҙән һаҡлау мәсьәләләре тикшерелде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Оборона-сәнәғәт предприятиелары, округтың энергетика объекттары һөжүмдәр өсөн төп маҡсатҡа әйләнә, тине Именлек советы секретары. Был хәүефте бөтөрөү буйынса әүҙем эш федераль кимәлдә лә, үҙ башланғыстарын индергән төбәктәрҙә лә алып барыла. Оборона министрлығы менән әүҙем эшләйбеҙ, төп мәсьәлә- кешеләрҙең именлеге, тине Радий Хәбиров.