Башҡортостан Башлығы республика халҡының һорауҙарына тура эфирҙа яуап бирә

 Журналистар һәм барлыҡ республика халҡы төбәк етәксеһенә үҙҙәрен борсоған һорауҙарын бирә ала. Тура бәйләнеш 11 ноябрҙә 19 сәғәттә башлана. Радий Хәбиров халыҡ һорауҙарына “Башҡортостан юлдаш телевидениеһы”, “Рәсәй-24”, “Башҡортостан 24”, “Вся Уфа”, “Сәләм”, UTV телеканалдары, шулай уҡ “Юлдаш”  радиоһы тура эфирында һәм социаль селтәрҙәрҙә яуап бирә. Һорауҙарҙы социаль селтәрҙәр аша алдан биреү мөмкинлеге лә бар. Республика башлығы менән  тура эфирҙа халыҡты борсоған мәсьәләләр хәл ителә, ти Бөтә Донъя башҡорттары башҡарма комитеты рәйесе Юлдаш Йосопов.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Тура бәйләнеш уҙған йылдағы кеүек берләштерелгән форматта була-  һорауҙарҙы студиялағы журналистар ҙа, йәмәғәтселек тә бирә ала. Былтыр Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә 9 мең самаһы мөрәжәғәт ҡабул ителгән.