Бөгөндән “Азимут” авиакомпанияһы был йүнәлеш буйынса яңы рейс аса. Осоштар дүшәмбе, шаршамбы һәм йома Сухой Суперджет 100 самолетында башҡарыла. Юлға 2 сәғәт 50 минут ваҡыт китә, тип белдерәләр баш ҡала аэропортынан. Әле Өфөнән Uzbekistan Airways авиакомпанияһы менән Ташкент һәм Наманганға осорға мөмкин.