Рәсәйҙә йыл әйләнәһенә хәрби хеҙмәткә саҡырыу башлана

Дәүләт Думаһы  законға төҙәтмәләр ҡабул итте. Уға ярашлы, киләһе йыл башынан  запаста булмаған граждандарҙы хәрби хеҙмәткә саҡырыу 1 ғинуарҙан 31 декабргә тиклем дауам итә. Хәрби хеҙмәт үтеү урындарына йылына ике тапҡыр – 1 апрелдән 15 июлгә һәм 1 октябрҙән 31 декабргә тиклем  оҙаталар. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәт итеү урындарына башҡа ваҡытта ебәрергә тейешле граждандар исемлеге ҡарала. Ҡанун проекттары авторҙары фекеренсә, яңы сроктар хәрби комиссариаттарға йөкләмәне бер тигеҙ бүлергә мөмкинлек бирәсәк. Бынан тыш, яңы закон буйынса повестка буйынса йыйылыу пунктына 30 көндән һуңға ҡалмайынса килеп етергә кәрәк була. Закон рәсми баҫылып сыҡҡандан һуң көсөнә инә.