Баймаҡ районының Юлыҡ ауылы уңғандары махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт иткән яугирҙарға күстәнәс әҙерләне. Файҙалы эш башҡарып берҙәмлектә-көс икәнлеген тағы ла бер тапҡыр иҫбатланы. Тулыраҡ Рүзилә Ғүмәрова әҙерләгән яҙмала.
Ағалы-ҡустылы Борис һәм Барый Миннибаевтар 2-се йыл рәттән махсус хәрби операцияла яугирҙәренә быҡтырылған ит әҙерләү өсөн йылҡы ите тапшыра. Уны ауылдың уңған ҡатын-ҡыҙҙары эшкәртеп банкыларға тултыра.
Юлыҡ ауылының егәрле ир-егеттәре яугирҙәрҙең ғаиләләренә лә даими ярҙам күрһәтә. Һәм тушенкалар әҙерләү идеяһын да ауыл халҡы хуплап алып былтыр 300 банка әҙерләп оҙатҡан.
Күмәкләгәс, эш тә әүҙем барҙы. Тыуған еребеҙҙең татлы, өй ризығы һалдаттарыбыҙға көс, ҡеүәт өҫтәйәсәк, тип ышана ҡатын-ҡыҙҙар. Араларындағы оло йәштәге ағинәйҙәр ҙә изге ғәмәлгә һәр ваҡыт үҙ өлөшөн индерә.
Ихлас күңелдән, изге теләктәр менән эшләнелгән хәләл һәм сифатлы 100 банка быҡтырылған ит әҙерләнде. Яугирҙәребеҙ тәмле өй ашы менән һыйланып, тиҙерәк еңеү менән ҡайтһын, тип теләй юлыҡтар. Яҡын арала улар тыуған яҡтың ҡайнар сәләме булып яҡташтарына оҙатыласаҡ.
Рүзилә Ғүмәрова