Миәкә районында тыуған Айгөл Әхмәтшина Норвегия тамашасыһы күңелен «Һандуғас» йыры менән әсир итте

Осло сәхнәһендә башҡорт халыҡ йыры яңғыраны. Миәкә районында тыуған Айгөл Әхмәтшина Норвегия тамашасыһы күңелен «Һандуғас» йыры менән әсир итте. 6 йәшенән академик вокал менән шөғөлләнә башлаған башҡорт ҡыҙы бөгөн донъя операһы йондоҙо. Ул Лондондың «Ковент-Гарден» клубында стажировка үтә, Мадридтың «Король операһы»нда сығыш яһай һәм Нью-Йорктың «Метрополитен операһы»нда Карменды башҡара.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 6 йыл элек Өфөлә яҡташыбыҙҙың тәүге концерты үтте. Ул Милли симфоник оркестр менән сығыш яһаны. 2021 йылда Айгөл Әхмәтшинаға Башҡортостандың атҡаҙанған артисы тигән маҡталыу исем бирелде.