Башҡортостанда туғыҙ ай эсендә 19 меңдән ашыу кеше «Һөт кухняһы» продукцияһын льготалы алыу хоҡуғынан файҙаланған. Шул уҡ ваҡытта махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы ғаиләләр араһында ярҙам алыусылар былтырғы менән сағыштырғанда 20,9 процентҡа артҡан. Һөт ризыҡтары ассортиментын арттырыу буйынса социаль селтәрҙәр аша төбәк башлығына мөрәжәғәт итеү һөҙөмтәһендә быйыл продукция 12 төр менән тулыланды. Әйткәндәй, 11 ноябрҙә Башҡортостан башлығы менән тура бәйләнешкә сыға. Теләге булған һәр кем үҙен борсоған һорауҙарын бирә ала. БЮТ хәбәрсеһе Азат ғәлиуллин дауам итә.
Йыл башынан «Һөт кухняһы» продукцияһы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы өс йәшкә тиклемге балалар тәрбиәләгән ғаиләләргә бушлай таратыла. Әлеге ваҡытта бындай мөмкинлек менән мең ярымға яҡын кеше файҙалана. Учалы районында мәҫәлән, бөгөн һөт ризыҡтары менән 11 ғаилә тәьмин ителә.
«Һөт кухняһы»ның ассортименты бөгөн 32 төр продукцияға еткән. Улар араһында-һөт, эремсек, бәләкәй балалар өсөн төрлө йогурт, печенье бар.
Һөт кухнялары район-ҡалаларҙа 2019 йылдан республика башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән тергеҙелә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә һөт продукцияһын етештереү буйынса ете производство майҙансығы төҙөлдө, 135 таратыу пункты булдырылды.
Социаль селтәрҙәрҙә төбәк башлығына күп һанлы мөрәжәғәттәр килә, шул иҫәптән «Һөт кухняһы» ассортиментына бәйле булғанына ла.
Махсус программаға ярашлы, бөгөн аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙәге йөклө ҡатындар, бала имеҙгән әсәләр һәм 3 йәшкә тиклемге балалар, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләре һәм уллыҡҡа бала алған ғаиләләр бушлай туҡланыу хоҡуғына эйә.
Әйткәндәй, йыл башынан ғына «Һөт кухняһы» продукцияһы менән льготалы категорияға ҡараған 19 меңдән ашыу кеше тәьмин ителгән. Бушлай туҡланыу алыуға документтарҙы дәүләт хеҙмәттәре порталы һәм күп функциялы үҙәктәр аша тапшырырға мөмкин.
Азат Ғәлиуллин