Өфөнөң Затон биҫтәһендә 1225 урынлыҡ яңы мәктәп төҙөлә

Белем биреүгә заманса шарттар. Өфөнөң Ленин районы биләмәһендә дүрт мәғариф учреждениеһы төҙөлә. Уларҙың иң күләмлеһе Затон биҫтәһендә 1225 уҡыусыға иҫәпләнгән гуманитар-лингвистик йүнәлештәге белем биреү комплексы. Миловка, Летчиктар, Ғәзи Заһитов һәм Дмитрий Купцов урамдарында йәшәүселәр белем аласаҡ мәктәптәге төҙөлөш эштәре барышы менән беҙҙең ижади төркөм танышты. Был хаҡта ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова репотажы.

Мәктәп өсөн бүленгән биләмәлә төҙөлөш 2023 йылдың сентябрендә башланған. Бөгөн объектта тышҡы яҡлап яҡтыртыу ҡоролмалары ҡорола, юлдар тәртипкә килтерелә, биләмә төҙөкләндерелә. Ландшафт дизайны, тәбиғи элементтарҙы интеграциялау ҙа көнүҙәк.

Бина республика Хөкүмәте менән «ПроШкола» компанияһы араһындағы концессия килешеүе нигеҙендә «Мәғарифты үҫтереү» дәүләт программаһы буйынса төҙөлә. Проект буйынса ул биш секциянан тора. Әлеге ваҡытта эске биҙәү эштәре лә башҡарыла. Көн һайын 140-тан ашыу хеҙмәткәр обьектты ваҡытында файҙаланыуға тапшырыу өсөн тырыша.

Бина янғын хәүефһеҙлеге талаптарына тулыһынса яуап бирә, эвакуация сығыу урыны алтау. Бында мөмкинлектәре сикләнгән уҡыусылар өсөн дә уңайлы мөхит булдырыласаҡ. Проект «Йәштәр һәм балалар» милли проекты буйынса тормошҡа ашырыла, башланғыс кластар блогында балалар баҡсаһы ла урынлашасаҡ. Тиҙҙән ашхана, бәләкәй гимнастика залы һәм ҙур спорт залы йыһазландырыла башлаясаҡ.

Белем биреү үҙәге 1225 балаға иҫәпләнгән. Балаларға уңайлы, хәүефһеҙ булһын өсөн уны заманса технологияларға таянып төҙөнөк.

Кирилл Шевнин, подрядсы ойошманың төҙөлөш проекты етәксеһе

Яңы мәктәп заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыласаҡ. Был уҡыусыларға сифатлы белем алыу мөмкинлеге бирәсәк, мәктәптә дәрестән тыш эшмәкәрлек буйынса, өҫтәмә белем биреү өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ. Әлеге ваҡытта обьектта төҙөлөш-монтаж эштәре лә бара. Белгестәр яһалма япмалы спорт ядроһын төҙөй.

Өфөнөң Затон биҫтәһендә1225 урынлыҡ заманса белем биреү үҙәге төҙөлөшө-ул ябай ғына төҙөлөш түгел, тотош микрорайон балалары өсөн өмөт һәм ышаныс сатҡыһы. Затон биҫтәһендәге белем биреү үҙәге 85 процентҡа әҙер, мәғариф учреждениеһы республика һәм ҡала властарының киләсәк быуын тураһында хәстәрлек күреүен иҫбатлаусы дәлил дә.Бында малай-ҡыҙҙарҙың хыялдары тормошҡа ашасаҡ, шәхес формалашасаҡ, спортта һәм олимпиадаларҙа яңы еңеүҙәр яуланасаҡ.

Гүзәл Борханова