Ул-медицина учреждениеһының терапия бүлеге мөдире Флүзә Әхмәтйәнова. «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсында «Иң яҡшы участка терапевы» номинацияһында еңеү яулаусы. Флүзә Рәсих ҡыҙы участка терапевы булып 30 йылдан ашыу эшләй, үҙ һөнәренең оҫтаһы. Ил кимәлендә иң яҡшы тип баһаланған тәжрибәле табиптың шатлығын беҙҙең ижади төркөм дә уртаҡлашты. БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Пациенттар табип Флүзә Әхмәтйәноваға яҡын кешеһенә һымаҡ килә. Сөнки ғүмер буйы участка терапевы булып эшләгән Флүзә Рәсих ҡыҙы күптән инде һәр ғаиләнең яҡын кешеһенә әйләнгән. Ул һәр береһенең нәҫел серҙәрен дә, сәләмәтлек менән бәйле проблемаларын да яҡшы белә.
Флүзә Әхмәтйәнова Ауырғазы районы ҡыҙы, Башҡорт дәүләт медицина университетын тамамлағас хеҙмәт юлын башҡалала башлай. 2000 йылдар башынан Өфөнөң13-сө ҡала дауаханаһында эшләй, участка терапевынан бүлек мөдиренә тиклем хеҙмәт юлы үтә. Әммә табиптың иң ҙур ҡаҙанышы-халыҡтың һөйөүе.
Быйыл Флүзә Әхмәтйәнова. «Йылдың иң яҡшы табибы» Бөтә Рәсәй конкурсында «Иң яҡшы участка терапевы» номинацияһында еңеү яуланы. Был уның йылдар дауамындағы фиҙаҡәр хеҙмәтенә лайыҡлы баһа. Бүләкләү тантанаһы Мәскәүҙә үтте.
Участка терапевы ауырыуҙарҙы беренсе булып ҡабул итә, дауалау юлын билдәләй, адрестар буйлап сыға. Был хеҙмәт кешене тыңлай, аңлай белеү ҙә, сабырлыҡ та, түҙемлек тә, туҡтауһыҙ хәрәкәт тә талап итә. Флүзә Әхмәтйәнова ошо сифаттарҙы үҙендә туплаған шәхес, үҙ һөнәренең оҫтаһы, Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау алдынғыһы. Хәҙер Флүзә Рәсих ҡыҙы лайыҡлы рәүештә «илдең иң яҡшы участка терапевы» тигән юғары исемде лә йөрөтө.
Р.Кәримова