Ауыр сир һәм янғын арҡаһында Нурзилә Исламғолова бер йылдан ашыу йөрөй алмай. Хәҙер ҡыҙ аяғына баҫҡан. Реабилитация үҙәге белгестәре уның менән координацияны ҡайтарырыу өсөн көн һайын шөғөлләнә, мускулдарҙы нығытырға һәм уларҙың эшен яҡшыртырға ярҙам итә.
Бер йыл элек Нурзилә бармағын хәрәкәтләндерә алырмын тип уйламаған да. Былтыр мартта ҡыҙ йәшәгән йортта янғын сыҡҡан. Ул әсәһе һәм һеңлеләре менән ут эсендә ҡала. Был ваҡытта атаһы эш вахтаһында була, ваҡиға тураһында ишеткәс тә ул шунда уҡ өйөнә ҡайта.
Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, янғын газ ҡаҙанлығынан сыҡҡан. Көслө шартлауҙан һуң ҡатын балалары менән өйҙән сығырға маташа, әммә ут бик тиҙ тарала. Ошондай мәлдә Нурзилә ҡурҡып тормай әсәһенә һеңлеләрен ҡотҡарырыу өсөн янған йортҡа инә.
Ҡыҙҙың әсәһе әйтеүенсә, ҡулдағы һәм аяҡтағы йәрәхәттәр хәрәкәтте һиҙелерлек сикләй. Уҡыу, өй эштәре, хатта дуҫтар менән ябай уйындар ҙа бик ауыр бирелә. Бәхеткә күрә, ғаилә яңғыҙ ҡалмай. Янғындан һуң күршеләр яңы торлаҡҡа аҡса йыйырға ярҙам итә. Бизнес вәкилдәре лә ситтә ҡалманы. «Салауат» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт вәкилдәре ғаиләгә ярҙам итергә ҡарар итә. Компания директоры ҡыҙҙы дауалау сығымдарын үҙ өҫтөнә ала һәм Нурзиләне Екатеринбургтағы реабилитация үҙәгенә ебәрә.
Махсус тренажерҙарҙа шөғөлләнеү һәм белгестәр эше ярҙамында ҡыҙҙың координацияһы тергеҙелгән, мускул тонусы күтәрелгән. Эмоциональ торошо ла яҡшыра: ҡыҙ менән атай циркка бара, һәм яңы эмоциялар дөйөм һаулыҡҡа ыңғай йоғонто яһай.
Ниһәйәт, Нурзилә атаһы менән әсәһе һәм һеңледәре яныа ҡайтты. Дауалау курстары үҙ емештәрен бирә. Әммә балаға оҙайлы тергеҙеү сараларын үтергә кәрәк. Туғандарының, яҡындарының һәм вайымһыҙ булмағандарҙың ярҙамы уға үҙ көсөнә ышанырға ярҙам итәсәк.
И.Байбулатов