Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында һөнәри әҙерлек дипломдары тапшырылды.
«Мәғлүмәт ресурстары һәм нейроселтәр менән эшләү буйынса белгес» программаһы буйынса 150 кеше белемен камиллаштырған. Яңы йүнәлеш «Кадрҙар» милли программаһы буйынса тормошҡа ашырылған. Уҡыуҙар оффлайн рәүештә һәм ҡыҫҡартылған форматта ойошторолған. Әммә академия уҡытыусылары әйтеүенсә, был сифатҡа йоғонто яһамай. Лекциялар, практик дәрестәр тулы кимәлдә бирелгән. Нейроселтәр буйынса һөнәри әҙерлек дипломы алыусылар араһында беҙҙең коллегабыҙ, Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Яңылыҡтар» хеҙмәте хәбәрсеһе Гүзәл Борханова ла бар.