Өсөнсө быуын халыҡ университетында өлкәндәр өсөн Рәсәй Ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәтенең Башҡортостан буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре лекция уҡыны.
Һөйләшеү киҙеүҙе иҫкәртеү саралары тураһында барҙы. Ведомство хеҙмәткәрҙәре вакциналарҙың файҙаһы һәм уның организмға йоғонтоһо, йоғошло сирҙең эҙемтәләре тураһында аңлатты. Унан һаҡланыу ҡағиҙәләрен һөйләне.