Башҡортостан драма артистары яңы документаль спектакль тәҡдим итте

Бәҙәр Йосопова исемендәге Актерҙар йортонда республика драма артистары сираттағы спектакль сәхнәләштерҙе. Был юлы улар ысын хәл-ваҡиғаларға нигеҙләнгән Әсәй миңә күктән ай килтерер документаль әҫәрен тәҡдим итте. Проект Рәсәйҙең Театр эшмәкәрҙәре союзы стипендияһы ярҙамында тормошҡа ашырылған. Спектакль тамашасы менән аралашыуға ҡоролған. Драма артистары уларға балалыҡ һәм үҫмер йылдарын, ғаилә тарихына бәйле ҡыҙыҡлы хәтирәләрен һөйләне. Ә инде киләһе осрашыу 9 ноябргә билдәләнгән. Артистар драматург Алла Коровкинаның әҫәрен сәхнәләштерергә ниәтләй.

Драма артистарының берләшмәһе, ғөмүмән, тәжрибә уртаҡлашыу майҙансығы тип әйтә алам. Сөнки, үҙебеҙ эшләгән труппала ул бер, ә башҡа театр артистары менән ниндәйҙер әҫәр ижад итеү бөтөнләй икенсе мөхит. Шуға ла Өфө театрҙарынан берләштергән Бәҙәр Йосопова исемендәге

Олеся Шибк, Рус дәүләт академия драма театры артисы