Районда “Башҡорт” ҡушаматлы һалдаттаты хөрмәтләү сараһы уҙған. Хәрбигә район хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин Рәхмәт хаты тапшырған. Яугир республикаға ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтҡан. Ул ил һағында торған батыр егеттәрҙең береһе. Фронтта күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн «За боевые отличия» миҙалы менән бүләкләнгән. “Геройыбыҙ менән ғорурланабыҙ. Уға ҡыйыулығы һәм фиҙаҡәрлеге өсөн рәхмәт белдерәбеҙ. Еңеү менән көтәбеҙ”, - тип белдергән Мәсетле район хакимиәте башлығы. Республика ир-егеттәре яҡташтары менән бер сафҡа баҫа ала. Бының өсөн Оборона министрлығы менән килешеү төҙөргә кәрәк. Айлыҡ эш хаҡы 210 мең һумдан башлана. Тулыраҡ мәғлүмәт менән башбат нөктә рф сайтында танышырға мөмкин.