Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр өсөн махсус байрам булдырыла

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаттары Ишле ғаилә көнө тураһында закон проектын ҡабул итте. Ул 21 декабрҙә билдәләнә. Йыл аҙағында республикала күп балалы ғаиләләрҙе, “Йыл ғаиләһе” Бөтә Рәсәй проекты һәм башҡа ғаилә конкурстары еңеүселәрен һәм призерҙарын тәбрикләйҙәр, шуға ла ошо көндө һайлағандар. “Күп балалы ғаилә көнөн булдырыу ғаилә институтын нығытыу, традицион ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлау һәм күп балалылыҡты пропагандалауға булышлыҡ итәсәк”, — ти  Парламент рәйесе Константин Толкачев.