Республикала балалар медицина учреждениеларын үҙгәртеү ҡарала

Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан ошо турала белдерәләр. Киләһе йылда 4-се балалар поликлиникаһы 17-се ҡала балалар дауаханаһына ҡушыла. 6-сы поликлиника - 9-сы дауахана, Стәрлетамаҡтағы учреждение 1-се ҡала дауаханаһы менән берләштерелә. Ведомствонан белдереүҙәренсә, пациенттар өсөн кире эҙемтәләр булмаясаҡ.