Иглин районы Келәш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды

Бер йыл эсендә бишенсе ФАП. Иглин районы Келәш ауылында яңы модулле фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды. Медицина учреждениеһы «Оҙайлы һәм әүҙем тормош» милли проекты ярҙамында сафҡа инде. Хәҙер ул Үктәй ауыл биләмәһенә ҡараған ике тораҡ пункта йәшәүсе 300 самаһы кешене, шул иҫәптән 40-ҡа яҡын баланы хеҙмәтләндерәсәк. Бынан тыш, махсус хәрби операция ҡатнашыусылар ҙа бар. Фельдшерға яңы бинала пациенттар ҡабул итеү, вакцинация, процедуралар үткәреү һәм диспансер тикшереү ойоштороу өсөн уңайлы шартар тыуҙырылған.

Фельдшер-акушерлыҡ пункты асылыуына тәү сиратта оло быуын вәкидәре ҡыуана. Хәҙер уларға анализ тапшырыу өсөн район үҙәгенә барырға кәрәкмәй, күп процедураларҙы урында үтергә мөмкин. Яҡын арала Иглин районында иҫәп буйынса алтынсы ФАП эшләй башлар тип көтөлә. Ул Һарт Лабау ауылында урынлашҡан.