Башҡортостанда импортты алмаштырыусы яңы продукт-анилин етештерә башлау планлаштырыла

Республика йортонда уҙғарылған «Инвестиция сәғәте»ндә «Яңы материалдар һәм химия» милли проекты буйынса тормошҡа ашырылған проект ҡаралды. Уға ярашлы, инвестициялар күләме 15 миллиард һумға етә, шул уҡ ваҡытта йөҙҙән ашыу яңы эш урыны булдырыу ҡаралған. Яңы производство дүрт йыл эсендә сафҡа инер тип көтөлә. Рәсәйҙең сәнәғәтте үҫтереү фонды линияһы буйынса льготалы кредит алынасаҡ. Бынан тыш, «Алға» махсус иҡтисади биләмәһендә сәнәғәт эшен алып барыу буйынса килешеү төҙөү башланғысы ла хупланды.

Беҙ ил буйлап бик күп махсус иҡтисади биләмәләрҙе йөрөп сыҡтыҡ һәм Башҡортостандағы шарттарҙың өҫтөнлөгөн күрҙек. Инфраструктура, энергетика һәм логистика-проектты уңышлы тормошҡа ашырыу өсөн барлыҡ мөмкинлектәр ҙә бар. Иң мөһиме-төбәк етәкселеге менән үҫеш корпорацияһы инвесторҙарға ҡарата яҡшы мөнәсәбәттә, эшләргә ҡеүәтләйҙәр.

Сергей Коротков, «Анилинпром» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте генераль директоры

«Инвестиция сәғәте»ндә ҡаралған тағы ла бер проект-медицина материалдары производствоһы буйынса яңы завод төҙөлөшөнә бәйле. Проектҡа ярашлы, әле ҡуртымға алынған ерҙә яңы объект төҙөлә. Инвестор милеккә һалым буйынса льгота алыуҙа ярҙам һораны

Киләһе йыл уртаһына төҙөлөш эштәрен тамамларбыҙ тип планлаштырабыҙ. Объектты сафҡа индергәндән һуң медицина изделиеһын-спиртлы салфетка сығарыуҙы рәсмилләштерергә кәрәк. Продукцияны Рәсәй төбәктәренән тыш, яҡын сит илдәргә һатыуға сығарырға теләйбеҙ.

Сергей Самойловских, эшҡыуар