Өфөлә түләүле туҡталҡаларға хаҡ күтәрелеүе ихтимал

Урамдарҙың айырым участкаларында парковка урындарына ихтыяж артыуы күҙәтелә. Шуға күрә киләсәктә түләү суммаһы үҙгәреүе мөмкин. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡала үҙәгендәге түләүле парковкалар эшенә старт 27 июндә бирелде. Улар иртәнге сәғәт 7-нән киске сәғәт 9-ға тиклем эшләй. Хаҡы-сәғәтенә 40 һум. Нисә кеше түләүле парковкалар менән ҡуллана һәм хатҡарҙың артыуына кем нисек ҡарай? БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова яҙмаһында.

Түләүле туҡталҡалар булдырыу тураһында һөйләшеүҙәр бер нисә йыл дауам иткәндән һуң, быйыл Өфөлә лә был практика тормошҡа ашырылды. Проектҡа 27 июнь старт бирелгәйне.Түләүле парковкалар системаһында йөҙ меңдән ашыу ҡулланыусы теркәлгән. Ғәмәлдәге система үҙенең һөҙөмтәлелеген күрһәтә һәм ҡала үҙәгендә транспорт йөкләмәһен кәметергә ярҙам итә, тине баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев. Түләүле машина ҡуйыу урындары булдырыуҙың уңайлығын автоһәүҫкәрҙәр ҙә билдәләй.

Әммә машина ҡуйыу урыны өсөн хаҡ күтәреүгә руль артындағылар төрлө ҡарашта.

Парковка урыны өсөн килеп туҡтағас шунда уҡ, йәки көн дауамында төнгө 12-гә тиклем түләргә мөмкин. Билдәләнгән ҡағиҙәләрҙе һанға һуҡмаған ҡулланыусыларға 1500 һум штраф һалына. Хоҡуҡ боҙоу осраҡтары буйынса 3 меңдән ашыу ҡарар сығарылған.Ҡағиҙәләрҙе үтәүҙе мобиль пункттар, йәғни махсус йыһазландырылған машиналар күҙәтә. Мәғлүмәт шунда уҡ автоматлаштырылған системаға ебәрелә.

Беренсе маршрут буйынса йөрөйөм-унда Чернышевский, Коммунистик, Мостай Кәрим һәм Ленин урамдары инә. Уларҙы урап сығыу өсөн 20 минуттан алып 40 минутҡа тиклем ваҡыт үтә. Барыһы ла юл хәленән тора.

Олег Сазонов, водитель

Ҡала үҙәгендә парковка урындарын булдырыу урамдар буйлап тәртипһеҙ ҡалдырылған автомобилдәр проблемаһын бөтөрөргә һәм тығындарҙы кәметергә лә мөмкинлек биргән. Шул уҡ ваҡытта күрһәткестәрҙе анализлау дауам итә, ярты йыллыҡ эшмәкәрлек буйынса йомғаҡтар тәҡдим ителәсәк.

Киләһе йыл түләүле туҡталҡаларҙы арттырыу күҙаллана. Әле 1 мең 118 машинаға иҫәпләнгән парковка урындары булһа, киләһе йыл улар 3 мең ярымға етәсәк. Был ҡаланың тарихи үҙәген тулыһынса үҙ эсенә аласаҡ.

Беҙ киҫкен проблема булған урам участкаларын тикшерәбеҙ. Икенсе, өсөнсө рәт итеп ҡалдырған машиналар һанын ҡарайбыҙ. Шунан сығып ул урындарҙа ла түләүле система индереләсәк. Әгәр элек водителдәр машиналарын көн, хатта аҙна дауамына парковкаға ташлап китһә, әле бындай осраҡтар юҡ. Хәҙер иһә туҡталҡаларҙың һөҙөмтәлелеге артты.

Олег Хмарин, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең транспорт һәм элемтә идаралығы етәксеһе

Парковка өсөн түләүҙе күтәреү машина ҡуйыу урындарына ихтыяж артыуы менән бәйле. Йәғни үҙгәрештәр ғәмәлгә ингән осраҡта, улар һорау менән ҡулланылған туҡталҡа урындарына ғына ҡағыласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова