Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзынан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам

Халыҡтар берҙәмлеге байрамы уңайынан Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙары союзынан алғы һыҙыҡтағы яугирҙарға гуманитар ярҙам. Улар сәксәк,татлы кәнфиттәр тупланмаһы һәм Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт интернат-гимназияһы уҡыусыларынан йылы йөкмәткеле хаттар әҙерләгән. Күстәнәстәргә йөрәк йылыһы һалынған.. Хәйриә акцияһында йөҙҙән ашыу ҡатын-ҡыҙ ҡатнашҡан.