Республика мәктәптәрендә уҡыусыларға стоматолог ярҙамы күрһәтелә

Әле белем биреү учреждениеларында 255 стоматология кабинеты эшләй. Һуңғы биш йылда “Ҡанатлан” мәғариф проектының “Сәләмәт йылмайыу” модуле нигеҙендә 110 кабинет булдырылған. Мәғариф министры Илдар Мәүлитбирҙин белдереүенсә, уҡыу йылы башынан уларҙа 27 меңдән ашыу бала тикшерелгән.

На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.

Перейти на сайт

Республиканың балалар поликлиникаларына 18 күсмә медицина комплексы алыу ҡарала. Ул “Ғаилә” милли проектына ярашлы мәктәптәрҙә уҡыусыларҙың һаулығын тикшереүгә йүнәлтелә.