Осрашыуҙа хәрби-илһөйәрлек һәм мәғариф йүнәлештәрендәге эшмәкәрлеккә йомғаҡ яһалды, яңы маҡсаттар ҡуйылды. Быйыл Совет ағзалары республика район һәм ҡалаларында лекциялар менән сығыш яһай башлай. Был сараларға йәштәр һәм оло йәштәге граждандар саҡырыла. Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров билдәләүенсә, төбәктә “Белем” йәмғиәте йылдам үҫешә. Ул Евразия фәнни белем биреү үҙәгенең вуз-ара кампусында уңышлы эшләп килә.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт1947 йылда барлыҡҡа килгән ойошма эшмәкәрлеге 2015 йылда яңы һулыш алды. Йәмғиәтте үҙгәртеп ҡороу эшен Рәсәй президенты Владимир Путин шәхси контролдә тота. “Белем” илдә фән, мәғариф һәм технологияларҙы үҫтереү буйынса махсуслашҡан төп ойошмаларҙың береһе. Башҡортостан бүлексәһе директоры Айһылыу Илембәтова һөйләй.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтОсрашыу барышында Радий Хәбиров “Белем” йәмғиәте ағазаларына Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары тапшырҙы.