Республика хөкүмәтендә уның яңы тәртибе раҫланды. Документҡа ярашлы, йыл һайын лагерь һәм шифаханаларҙа мөмкинлеге сикле балалар өсөн урындар ҡарала. Яңы норманың үтәлешен беренсе вице-премьер Урал Килсенбаев контролдә тота. Был тәртип киләһе йылдың 1 ғинуарынан көсөнә инә. Ул льготаға эйә граждандарҙы сифатлы ял һәм һаулыҡ процедуралары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелә.