Ул 110 белем усағы араһында Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә ошо турала белдергән. Радий Хәбиров ашнаҡсылар коллективын ҡотлаған. Өфөләге 115-се гимназия ашханаһы “иң яҡшы 20 ашхана” исемлегенә индерелгән. Стәрлетамаҡтағы 7-се мәктәп ашнаҡсыһы Рима Черненко “Мәктәп ашханаһының иң яҡшы ашнаҡсыһы” номинацияһында икенсе урын алған. “Беҙҙең республика бишенсе йыл рәттән уҡыусыларҙы ашатыуҙы ойоштороуҙа яҡшы өлгө күрһәтә. Был өлкәлә мәсьәләләр бар ине. Тырышлыҡ һөҙөмтәһендә күптәрен яйға һалыуға өлгәштек. Юғары һөҙөмтәне юғалтмайыҡ. Был эштә ҡатнашҡандарҙың барыһына ла рәхмәт”, - тип яҙған Радий Хәбиров.