Республика Финанс министрының беренсе урынбаҫары Наталья Калугина документты ҡаҙна, һалым, инвестиция сәйәсәте һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре комитете рәйесе Рузалия Хисмәтуллинаға тапшырҙы. 2026 йылға табыш - 314, сығымдар - 336 миллиард һум иҫәпләнә. Дефицит – 22 миллиард ярым һум. Закон проекты буйынса эш барышында төҙәтмәләр индереү ҡарала. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев белдереүенсә, дәүләттең халыҡ алдындағы социаль йөкләмәләре өҫтөнлөклө йүнәлеш булып ҡала. Бюджет тураһында закон ноябрҙә пленар ултырышта тикшерелә. Дпутаттар уны беренсе уҡыуҙа ҡарарға ниәтләй.