Стәрлетамаҡтың 29-сы мәктәбе командаһы «Иң яҡшы мәктәп ашханаһы-2025» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яуланы. Һөйөнөслө яңылыҡ менән социаль селтәрҙәрҙә Радий Хәбиров уртаҡлашты. Ҡала мәғариф учреждениелары араһында ойошторолған номинацияла 70 төбәктән 110 белем усағы ҡатнаша.
Бынан тыш, иң яҡшы 20 иҫәбенә Өфөнөң 115-се гимназияһы ла инде. Ә Стәрлетамаҡтың 7-се мәктәбенән Рима Черненко «Иң яҡшы ашнаҡсы» номинацияһында икенсе булды. Был ысынлап та бик етди уңыш. Бишенсе йыл рәттән республикала уҡыусыларҙың сәләмәт һәм хәүефһеҙ туҡланыуын ойоштороу буйынса юғары стандарттар күрһәтелә. Ә бер нисә йыл элек балаларыбыҙ һәм уларҙың ата-әсәләре өсөн был иң һиҙгер мәсьәләләрҙең береһе ине. Системалы ҡараш, эҙмә-эҙлекле эш һөҙөмтәһендә яҡшы күрһәткестәргә өлгәштек, артабан да планканы юғары тотабыҙ, тип яҙған Башҡортостан башлығы.