Һыуһыҙлыҡ мәсьәләһе хәл ителә: Райман һәм Тулыбай ауылдарына яңы мөмкинлектәр

Йәшәү сығанағы. Республика башлығының тура бәйләнешенә килгән һорауҙарҙың бер өлөшө йылдағыса ауылдарҙы һыу менән тәьмин итеүгә бәйле. Бөтә мөрәжәғәттәр буйынса ла тейешле ҡарарҙар ҡабул ителә. Уларҙың ҡайһы берҙәре хаҡында киләһе яҙмала.

2022 йылдың декабрендә Туймазы районы Райман ауылы «Таҙа һыу» программаһына ҡушыла. Әммә подрядсы эште ваҡытында башҡармай, өйҙәргә һыу ҙа инмәй. Был хаҡта ауыл халҡы Тура бәйләнеш ваҡытында Башҡортостан башлығына хәбәр итте. Ул саҡта Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса урындағы властар яңы подрядсы менән контракт төҙөй. «Экология» милли проекты сиктәрендә Әгертамаҡ ауылында насос станцияһы төҙөлә. Унан Райманға тиклем 57 километрлыҡ һыу торбалары һуҙыла.

Һыу үткәргес аша бында сифатлы һыу биреләсәк. Ул Нөгөш һыу алыу ҡоролмаһынан килә. Һәм санитар эпидемиологик талаптарҙың бөтә параметрҙарына тап килә.

Рәмил Әбүнәғимов, Туймаз ҡалаһы «Водоканал» ойошмаһының һыу менән тәьмин итеү цехы етәксеһе

Хәҙер ҡулланыусыларҙы һыу менән тәьмин итеү селтәрҙәренә тоташтырыу бара. Һыу үткәргестәр Райман ауылында йәшәүсе өс меңгә яҡын кешенең хәүефһеҙлеген дә тәьмин итә.

Шулай уҡ 187 янғын һүндереү гидранты төҙөлдө. Янғын сыға ҡалһа һыу үткәргескә туранан-тура тоташырға мөмкин буласаҡ.

Фәрит Шаһиев, Төмәнәк ауыл хакимиәте башлығы

Бишбүләк районының Тулыбай ауылында иһә хәл киреһенсә. Ҡойма ямғырҙар һәм яҙғы ташҡын ҙур булмаған шишмәләрҙе урғылып ятҡан йылғаға әйләндерә, ул үҙ сиратында һыу үткәргес торбалары булған күперҙе баҫа. Урындағы халыҡ һәр ваҡыт проблеманы үҙ көсө менән хәл итергә тырыша, әммә стихия көслөрәк булып сыға. Былтыр Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша Евгений Семенов Радий Хәбировҡа ошо хаҡта яҙа. Ҡыҫҡа ваҡыттан һуң ауылға махсус техника менән эшселәре килә, күп йыллыҡ мәсьәлә ике аҙна эсендә хәл ителә. Әле тулыбайҙар биләмәне тәртипкә килтерергә-сүп-сарҙан таҙартырға, эскәмйәләр ҡуйырға һәм ял урынын булдырырға ниәтләй.

Республика масштабында был күпер әллә ни ҙур түгел. Әммә беҙҙең халыҡ өсөн үтә лә мөһим объект. Беҙҙең бөтә баҫыуҙар ярҙың икенсе яғында урынлашҡан. Шуға күрә бынан техника ла күпләп йөрөй. Радий Фәрит улына ярҙам иткәне өсөн ҙур рәхмәт.

Сергей Ходак, Дим ауыл хакимиәте башлығы

Быйыл Радий Фәрит улы менән Тура бәйләнеш 11 ноябрҙә үтә. Үҙегеҙҙе борсоған һорауҙарҙы Башҡортостан Башлығының сайтында, MAX һәм «Телеграм» ҡушымталарында, «Бәйләнештә» һәм «Класташтар» социаль селтәрҙәрендә, шулай уҡ «Дәүләт хеҙмәттәре. Бергә хәл итәбеҙ» сервисында ҡалдырырға була. Видеомөрәжәғәттәр иһә 10 ноябрь киске сәғәт 7-гә тиклем ҡабул ителә.

Әлфинә Килдейәрова